Ваҡиғалар
18 Март 2022, 06:45

Үлемесле авария

Автобус менән бәрелешкән еңел автомобиль водителе һәләк булған

Үлемесле аварияҮлемесле авария
Үлемесле авария

Өфөлә Менделеев урамында 71 йәшлек ир кеше идара иткән «ВАЗ-2114» автомобиле менән руль артында 34 йәшлек водитель булған «ПАЗ Вектор» пассажир автобусы бәрелешкән, тип хәбәр итә “Башинформ”.

Авариянан һуң еңел автомобиль водителе дауаханаға алып барғанда вафат булған. Шулай уҡ автобустағы 37 йәшлек пассажиркаға медицина ярҙамы талап ителгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү эше башланған, тип хәбәр итә БР буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте

Фото: БР буйынса ЮХХДИ.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас