Ваҡиғалар
22 Март 2022, 06:15

Батыр малай күршеләрен ҡотҡарған

7-се класс уҡыусыһы Арслан Шафиҡов күршеләренә янғын ваҡытында тәҙрә аша өйҙән сығырға ярҙам иткән

Батыр малай күршеләрен ҡотҡарғанБатыр малай күршеләрен ҡотҡарған
Батыр малай күршеләрен ҡотҡарған

Был ваҡиға 14 мартта Күгәрсен районының Мораҡ ауылында булған. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына мунсала янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ҡотҡарыусылар килгәндә бер ҡыйыҡ аҫтында булған мунсаның, өйҙөң һәм соландың ҡыйығы яныуы күҙәтелгән, тип яҙа “Башинформ”.

“Өйҙә йәшәүсе ир менән ҡатын янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем эвакуацияланған. Мораҡ ауылының 1-се мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы Арслан Шафиҡовтың уяулығы, батырлығы һәм тәүәккәллеге һөҙөмтәһендә уларҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай. Мунсала сыҡҡан янғынды ул иң беренсе күргән һәм шунда уҡ күршеләренә йүгергән, ут сығыуы тураһында хәбәр иткән, шулай уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡырған, – тип һөйләнеләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. – Күп тә үмәй, өйҙән ишек аша сығыу мөмкин булмай – икенсе юл эҙләргә кәрәк була. Арслан 68 йәшлек йорт хужаһына тәҙрә аша сығырға ярҙам итә, сөнки, бер аяғы ампутацияланған булғанлыҡтан, ул үҙаллы сыға алмай. Инвалид коляскаһын һәм ҡултыҡ таяҡтарын да сығарып өлгөрәләр. 67 йәшлек ҡатынға Арслан шулай уҡ тәҙрә аша сығырға ярҙам итә”.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы тарафынан Арслан Шафиҡовты наградаға тәҡдим итеү мәсьәләһе ҡарала.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас