

Учалы районында полицияға ҡаланан сыҡҡан урында заправка эргәһендә бер нисә кеше һуғышыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Шулай уҡ ашығыс ярҙам саҡыртҡандар, тип яҙа “Башинформ”.
«Предварительно установлено, что несколько мужчин в возрасте от 36 до 53 встретились за пределами города для выяснения отношений. Однако словесная перепалка переросла в драку. Двое из участников конфликта принесли с собой травматические пистолеты и воспользовались ими. В итоге их оппоненты — трое местных жителей с различными травмами доставлены в центральную городскую больницу», — тип хәбәр иткәндәр БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре конфликтта ҡатнашыусыларҙың барыһын да асыҡлаған. Шик аҫтына алыныусылар 36 һәм 39 йәшлек ирҙәр. Уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, таныш ирҙәр араһында конфликт сығыуына бер ҡыҙ сәбәпсе булған.
Фото: социаль селтәрҙәр.