

Был хаҡта “Башинформ” хәбәрсеһенә республика ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Анна Тоболина хәбәр иткән.
“Уларҙың ҡайҙалығы әлегә билдәле түгел, әммә малайҙар өләсәйҙәре менән бәйләнешкә сыҡҡан, уға телефон аша шылтыратҡандар, шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә, – тигән Анна Тоболина. – Ағалы-ҡустылы ике малайҙы һәм уларҙың тиҫтерен эҙләү дауам итә. Дөйөм алғанда, улар яҡшы уҡыған, конфликттар булмаған. Балаларҙы тапҡас, уларҙың был ҡылығының сәбәптәрен анализларбыҙ”.