

Бәлиғ булмаған өс бала юғалыуы тураһында мәғлүмәт Стәрлетамаҡ прокуратураһы контролендә. Төбәк ведомствоһының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, 21 мартта “Ғаилә” социаль-реабилитация үҙәгенең өс тәрбиәләнеүсеһе, уларҙы приют хеҙмәткәре мәктәпкә оҙатып барғандан һуң, педагогтарҙан йәшеренеп, белем биреү учреждениеһынан сығып киткәндәр.
Әлегә уларҙың ҡайҙа булыуы билдәле түгел, тип хәбәр итте “Башинформ”.
Быға тиклем хәбәр итеүебеҙсә, полиция һәм ирекмәндәр 2006 йылғы Данис Файрузовты, 2014 йылғы Алексей Бурнаевты, 2007 йылғы Артур Бурнаевты эҙләй.