+24 °С
Дождь


26 мартта төндә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығына Ҡалтасы районының Ҡалтасы ауылында өй яныуы тураһында хәбәр иткәндәр, тип яҙа “Башинформ”.
Ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар йүнәлтелгән. Унда ағас өйҙә көслө төтөн сығыуы күҙәтелгән.
“Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғынды һүндереү барышында 1969 йылғы ирҙең кәүҙәһе табылды”, – тип хәбәр итә БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.