Ваҡиғалар
30 Март 2022, 04:45

Юл фажиғәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы менән уның ҡатыны һәләк булған

Белорет районында юл-транспорт ваҡиғаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Фәим Әхмәтйәнов һәм уның ҡатыны һәләк булған

Юл фажиғәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы менән уның ҡатыны һәләк булғанЮл фажиғәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы менән уның ҡатыны һәләк булған
Юл фажиғәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы менән уның ҡатыны һәләк булған

Белорет районында юл-транспорт ваҡиғаһында Башҡортостандың халыҡ артисы, Стәрлетамаҡ театр-концерт берекмәһе актеры Фәим Әхмәтйәнов һәм уның ҡатыны һәләк булған, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы. Был хаҡта агентлыҡҡа актерҙың коллегалары хәбәр иткән.  Улар әйтеүенсә, Әхмәтйәновтар кисә кис Әбйәлил районына туғанын ерләргә юлға сыҡҡан булған. Актерҙың ҡатыны Хөснә Әхмәтйәнова уҡытыусы булып эшләгән. Уларҙың ике балаһы ҡалған.

Юл фажиғәһе кисә кис Өфө – Инйәр – Белорет автоюлының 190-сы саҡрымында булған. 58 йәшлек актер идара иткән Great Wall менән уға ҡаршы килгән Маn йөк машинаһы бәрелешкән, һуңғыһының руле артында Силәбе өлкәһенән 57 йәшлек водитель булған. Еңел автомобиль водителе һәм уның пассажиркаһы ваҡиға урынында вафат булған.

Әхмәтйәнов Фәим Ғәни улы 1964 йылдың 1 июлендә Ишембай районы Ибрай ауылында тыуған. 1991 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт театр берләшмәһенең башҡорт театры актеры булып эшләй башлай. Өс тиҫтә йыл эсендә артист шунса уҡ ролдәр башҡара, ижади биографияһында – күп жанрҙарҙа (комедияларҙа, трагедияларҙа, драмаларҙа) төрлө образдар. Бер йыл элек Фәим Әхмәтйәнов «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Фото: sgtko.ru/bashdramteatr

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас