

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 5 апрель төнөндә Белорет районының Ғәбдүк ауылында Инйәр йылғаһында һыу кимәлә күтәрелеүе тураһында хәбәр иткәндәр. Йылғаның 110 градусҡа тиклем ҡырҡа боролош яһауы арҡаһында боҙ тығылған, тип яҙа “Башинформ”. Һөҙөмтәлә 90 ихатаны һәм 45 шәхси йортта һыу баҫҡан. 103 кеше эвакуацияланған, шуларҙың 18-е балалар.
МЧС-тың матбуғакт хеҙмәте хәбәр итеүенсә, эвакуацияланғандарҙың унауһы ваҡытлыса урындағы мәктәпкә урынлаштырылған, ҡалғандары туғандарында. Малдар шулай уҡ хәүефһеҙ урынға сығарылған.
Әле тығынды бөтөрөү өсөн шартлатыусылар бригадаһын йәлеп итеү мәсьәләһе ҡарала. Оператив штаб эшләй.
Фото: МЧС по РБ / “Башинформ”.