Ваҡиғалар
11 Апрель 2022, 11:15

Ҡыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күргән ҡатын шоктан вафат булған

Ауырғазы районы ауылдарының береһендә 11 апрелдә ҡурҡыныс фажиғә булған

Ҡыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күргән ҡатын шоктан вафат булғанҠыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күргән ҡатын шоктан вафат булған
Ҡыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күргән ҡатын шоктан вафат булған

 Был хаҡта «Аургазинский вестник» гәзитенә һылтанма менән “Башинформ” хәбәр итте.

61 йәшлек ҡатын 38 йәшлек ҡыҙының үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуын күреп, иҫен юғалтҡан. Тауышҡа ире йүгереп килгән. Ул ҡатынын һәм ҡыҙын ҡотҡарырыға маташҡан. Һөҙөмтәлә ҡатыны ашығыс ярҙам килеп еткәнсе вафат булған, ә ҡыҙын ҡотҡарғандар – беренсе ярҙам күрһәткәндәр һәм дауаханаға алып киткәндәр.

38 йәшлек ҡатын ни өсөн үҙ-үҙенә ҡул һалырға маташыуы билдәһеҙ. Күршеләре ғаиләлә янъял булғандыр, тип уйлай, әммә йорт хужаһы быны кире ҡаға.

Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас