

Төмәндә полиция хеҙмәткәрҙәре күпләп кеше үлтерергә әҙерләнгән 14 йәшлек уҡыусыны ҡулға алған. Был хаҡта Baza Telegram-каналына һылтанма менән Lenta.ru хәбәр итте.
Баҫма мәғлүмәттәре буйынса һигеҙенсе класс уҡыусыһы Рәсәйҙә тыйылған «Колумбайн» террористик хәрәкәте идеялары менән мауыҡҡан. Тәртип һаҡсыларының иғтибарын ул социаль селтәрҙәрҙә күпләп кеше үлтереү тураһында мәғлүмәттәр эҙләүе менән йәлеп иткән. Тәртип һаҡсылары уның өйөндә шартлатҡыс эшләү өсөн 1 кг селитра, торба киҫәге һәм ете бысаҡ тапҡан.
Тәфтишселәр шулай уҡ уҡыусы яңыраҡ таныштарына нитроглицерин әҙерләүе тураһын һөйләүен асыҡлаған. Материалдарҙы өйрәнгәндән һуң тәфтишселәр малайға ҡарата ике һәм унан күберәк кешене үлтетергә әҙерләнеү тураһында енәйәт эше асҡан. Уға шулай уҡ психиатрик экспертиза үткәрәсәктәр.
Фото: Александр Казаков / Коммерсантъ