

Башҡортостанда 17 апрель кисендә М-5 «Урал» автоюлының 1508-се саҡрымында ЮХХДИ хеҙмәткәре ҡатнашлығында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған, тип яҙа “Башинформ”. Тәртип һаҡлау органдарындағы сығанаҡ хәбәр итеүенсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Chevrolet Niva автомобиленә идара иткән водитель юл-патруль хеҙмәте инспекторын тапатҡан.
Зыян күреүсене дауаханаға алып киткәндәр, әммә ул йәрәхәттәрҙән вафат булған.
Юл-транспорт ваҡиғаһының ниндәй шарттарҙа булыуы хәбәр ителмәй.
Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”.