

Стәрлетамаҡтағы супермаркеттарҙың береһендә аҙыҡ-түлек стеллаждары араһындағы ҙур питон һатып алуысыларҙың ҡотон алған, тип яҙа “Башинформ”.
Йыланды магазинға айныҡ булмаған ир кеше елкәһенә һалып алып ингән. Питон уның елкәһенән төшөп, стеллаждар аҫтына шыуышып инеп киткән. Хужаһы Ева тигән исемле йыланды саҡырып маташҡан, тик уныһы сығырға теләмәгән.
Супемаркеттан бөтә кешеләрҙе эвакуациялағандан һуң унда полиция килгән һәм йылан хужаһын ҡулға алған. Шулай уҡ питон да тотолған.
Фото: паблик "Моя Уфа"