Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Май 2022, 14:45

Аварияла ике кеше һәләк булған

Иномарка кюветҡа төшөп киткән

Аварияла ике кеше һәләк булған
Аварияла ике кеше һәләк булған

9 май иртәһендә Баймаҡ районында Магнитогорск-Ира автоюлының 102-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһында ике кеше һәләк булған, тип хәбәр итә “Башинформ” республика ЮХХДИ-һының мабуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Сибайҙан 35 йәшлек водитель «Toyota Camry» автомобилендә кюветҡа төшөп киткән. Һөҙөмтәлә водитель һәм бер пассажирка ашығыс ярҙам килеп еткәнсе вафат булған, икенсе пассажирка дауаханаға оҙатылған.

Фото: БР ЮХХДИ-һының мабуғат хеҙмәте / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: