Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
9 Май 2022, 16:45

Тағы ике кеше аварияла һәләк булған

Ҡапма-ҡаршы килгән машиналар бәрелешкән

Тағы ике кеше аварияла һәләк булған
Тағы ике кеше аварияла һәләк булған

Бөгөн көндөҙ Шишмә – Ҡырғыҙ-Миәкә автоюлының 89-сы саҡрымында «Volkswagen Polo» һәм «Ford Focus» автомобилдәре бәрелешкән, тип хәбәр итте “Башинформ” Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Бәрелешкәндән һуң ике машина ла янып киткән, «Volkswagen»дағы 1992 һәм 1993 йылғы ирҙәр һәләк булған. Өс кеше (1988 йылғы ир, 1992 йылғы ҡатын һәм 2013 йылғы ҡыҙ) дауаханаға оҙатылған. Башҡортостан ЮХХДИ-һында автомобилдәр бер-береһенә ҡаршы килеүҙәрен белдергәндәр.

Фото:ГК МЧС по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: