Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
13 Май 2022, 10:45

Мотоблок менән аунап, һәләк булған

Текә үргә күтәрелгәндә, мотоблогы һүнгән һәм аҫҡа төшөп киткән

Мотоблок менән аунап, һәләк булған
Мотоблок менән аунап, һәләк булған

Нуриман районының Красный Ключ ауылында 12 май иртәһендә 60 йәшлек урындағы ир менән фажиғәле хәл булған, тип хәбәр итә “Башинформ”, БР буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәренә һылтанып. Күҙаллауҙар буйынса, ир кеше текә үргә күтәрелгәндә,  мотоблогы һүнгән һәм аҫҡа төшөп китеп, түңкәрелгән.

Юл-транспорт ваҡиғаһында водитель урында вафат булған. “Башинформ”дың үҙ сығанағынан билдәле булыуынса, ирҙең башы үлемесле йәрәхәтләнгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: