Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
17 Май 2022, 12:45

Үлемесле аварияның нисек булыуы тураһында һөйләнеләр

Башҡортостан буйынса ЮХХДИ фура менән еңел автомобиль ҡатнашлығындағы үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе

Үлемесле аварияның нисек булыуы тураһында һөйләнеләр
Үлемесле аварияның нисек булыуы тураһында һөйләнеләр

Стәрлетамаҡ районында Өфө-Ырымбур автоюлының 154-се саҡрымында кисә юл фажиғәһендә еңел автомобиль водителе һәләк булған, тип хәбәр итә “Башинформ”. ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте фаразы буйынса, Стәрлетамаҡтан 36 йәшлек ир кеше идара иткән Geely Emgrand автомобиле кәйелеп китеп, үҙенә ҡаршы килгән Skania йөк машинаһына бәрелгән.

«Ехал по своей стороне. С моей стороны, на обочине, стояла легковая машина. Она начала выезд направо — в мою сторону, на свою правую полосу. Со стороны Уфы шла колонна, он резко выходит и мешает колонне, первому водителю. Начал оттормаживаться: его заносит, и он прям в меня, в лобовое столкновение», — тигән фура водителе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә.

Әле юл-транспорт ваҡиғаһын тикшереү бара.

Фото: ГИБДД по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: