Ваҡиғалар
29 Май 2022, 11:45

«Лада Приора» электр таяуына бәрелгән

Йәш водитель һәләк булған

«Лада Приора» электр таяуына бәрелгән«Лада Приора» электр таяуына бәрелгән
«Лада Приора» электр таяуына бәрелгән

Стәрлетамаҡ районында Подлесное-Оло Ҡуғанаҡ автоюлында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы булған, тип яҙа “Башинформ”. БР буйынса ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, урындағы 24 йәшлек водитель “Лада Приора” автомобилендә кюветҡа төшөп киткән һәм автомобиль электр таяуына бәрелгән.

Аварияла водитель һәләк булған, 30 йәшлек пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас