Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
5 Июнь 2022, 17:55

Биш бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы күңелһеҙ статистика тураһында хәбәр итте

Биш бала тәҙрәнән ҡолап төшкән
Биш бала тәҙрәнән ҡолап төшкән

Башҡортостанда үткән аҙнала биш баланың тәҙрәнән ҡолауы теркәлгән. Йыл башынан алып иҫәпләгәндә, балалар тәҙрәнән 16 тапҡыр ҡолаған, шуларҙың икәүһе үлем менән тамамланған.

МЧС-тың матбуғат хеҙмәте бындай бәхетһеҙ осраҡтар булмаһын өсөн тәҙрәләргә махсус йоҙаҡтар ҡуйырға, бәләкәй балаларға тәҙрә төбөндә йә балконда уйнарға рөхсәт итмәҫкә, бүлмәне елләткәндә улар янында булырға саҡыра. Шулай уҡ тәҙрә янына ултырғыс, диван, өҫтәл һ.б. әйберҙәр ҡуйырға ярамай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: