Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
5 Июнь 2022, 12:15

Водитель танытмаһы булмаған 19 йәшлек водитель аварияла һәләк булған

Егеттең водитель танытмаһы булмауы, автомобиль билдәләнгән тәртиптә теркәлмәүе билдәле

Водитель танытмаһы булмаған 19 йәшлек водитель аварияла һәләк булған
Водитель танытмаһы булмаған 19 йәшлек водитель аварияла һәләк булған

Үткән тәүлектә республика юлдарында алты юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа бер кеше һәләк булған, ете кеше йәрәхәтләнгән, тип яҙа “Башинформ” ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Асҡын районында төнгө сәғәт икеләрҙә ВАЗ-2105 водителе автомобилдә аунаған. 19 йәшлек водитель медицина ярҙамы килеп еткәнсе алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Егеттең водитель танытмаһы булмауы, автомобиль билдәләнгән тәртиптә теркәлмәүе билдәле.

Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 1700-ҙән артыҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу асыҡланған, эскән килеш руль артына ултырған 45 водитель тотолған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: