Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
8 Июнь 2022, 19:45

Кәүҙәһе – кәмәлә, башы һыуҙа булған

Башҡортостанда сәйер шарттарҙа вафат булған ир табылған

Кәүҙәһе – кәмәлә, башы һыуҙа булған
Кәүҙәһе – кәмәлә, башы һыуҙа булған

Дүртөйлө районында 7 июндә Әңгәсәк ауылынан алыҫ түгел урында Малая Елань күлендә урындағы кеше ир кешенең кәүҙәһен тапҡан, тип хәбәр итә “Башинформ” агентлығы үҙ сығанағына һылтанма менән.

“Һәләк булыусының кәүҙәһе кәмәлә, ә башы һыуҙа булған. Уның шәхесе асыҡланды. Ул Нефтекаманан 58 йәшлек ир кеше. Хәҙер судмедэксперттарға ирҙең вафат булыу сәбәбен асыҡларға кәрәк. Уның тәнендә йәрәхәттәр табылмаған”, – тип белдергән агентлыҡтың сығанағы.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: