Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
14 Июнь 2022, 21:35

Ҡатын балконда “ҡапҡан”ға эләгеп һәләк булған

Арҡан буйлап аҫҡа төшөргә булған, тик ул өҙөлгән

Ҡатын балконда “ҡапҡан”ға эләгеп һәләк булған
Ҡатын балконда “ҡапҡан”ға эләгеп һәләк булған

Нефтекамала 13 июндә фажиғәле хәл булған, тип яҙа “Башинформ”. Агентлыҡҡа үҙ сығанағы хәбәр итеүенсә, торлаҡ йорт янында 64 йәшлек ҡатынды үле килеш тапҡандар.

“Ул бишенсе ҡаттағы фатирға йәшәгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул өйҙә яңғыҙ булған. Балконға сыҡҡан, елгә ишек ябылған һәм бикләнгән. Ҡатын арҡан буйлап аҫҡа төшөргә булған, тик ул өҙөлгән”, – тип белдергән сығанаҡ.

Был хәл буйынса тәфтишселәр тикшереү үткәрә.

Фото: Ксения Калинина / “Башинформ”

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: