

Башҡортостандың Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында 19 июндә ағаста ике ир кешенең кәүҙәләре табылған, тип яҙа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Агентлыҡтың сығанағы хәбәр итеүенсә, беренсе осраҡта Сибайҙан 38 йәшлек ир кеше юғалыуы тураһында туғандары хәбәр иткән. Бер тәүлек үткәс, уны Күлтабан ауылы янында урманда тапҡандар. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул үҙенә ҡул һалған.
Икенсе осраҡта Рысҡужа ауылына яҡын урманда ир кешенең мәйете табылған, уның шәхесен шунда уҡ билдәләй алмағандар. Аҙаҡ тәртип һаҡсылары уның 22 йәшлек урындағы кеше булыуын асыҡлаған. Хәҙер уның һәләк булыу сәбәптәрен һәм шарттарын билдәләү өҫтөндә эш алып барыла.