Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
23 Июнь 2022, 12:15

Тыйылған урында һыу инеп һәләк булған

Башҡортостанда һыуҙа үлемесле фажиғә булған

Тыйылған урында һыу инеп һәләк булған
Тыйылған урында һыу инеп һәләк булған

Ҡырмыҫҡалы районында һыуҙа үлемесле фажиғә булған. БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, Система-112-гә Эҫем ауылында егет менән ҡыҙ Эҫем йылғаһы Ағиҙелгә ҡушылған урында һыу ингәндә ағып китеүҙәре тураһында хәбәр иткәндәр, тип яҙа “Башинформ”.

Егет үҙаллы ярға йөҙөп сыға алған, ә 31 йәшлек ҡыҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батҡан. Уның кәүҙәһен икенсе ярҙа тапҡандар.

Әйтергә кәрәк, егет менән ҡыҙ һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған һәм “Һыу ине тыйыла” тигән аншлаг ҡуйылған урында һыу ингәндәр.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: