

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға үлем менән тамамланған өсөнсө юл фажиғәһе лә өҫтәлде.
Авария Благовещен районында була. Өфө – Яңауыл юлының 49-сы километрында “Киа Пиканто” менән “КамАЗ” бәрелешә, тип яҙа “Башҡортостан”. Еңел машинала водитель булып ҡатын-ҡыҙ ултырған. Ул боролош урынында уңға боролған саҡта йөк машинаһына юл бирмәй һәм бәрелеш була. Ҙур машина бәләкәй автомобилде иҙә, ҡатын урында йән бирә. Әле авария сәбәптәрен асыҡлайҙар.
Башҡортостан ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған тәүлектә республика юлдарында 11 автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа 15 кеше йәрәхәтләнгән. Тәүлек эсендә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1400-ҙән ашыу осрағын асыҡлаған, 45 иҫерек водитель тотолған.