Ваҡиғалар
26 Июнь 2022, 07:45

Ике кеше һәләк булған

Бөгөн Башҡортостанда ике аварияла ике кеше һәләк булған

Ике кеше һәләк булғанИке кеше һәләк булған
Ике кеше һәләк булған

Республика ЮХХДИ-һы мәғлүмәттәренә һылтанып, “Башинформ”хәбәр итеүенсә, Ғафури районында Цапаловка-Стәрлетамаҡ автоюлында «Лада Ларгус» автомобиле водителе кюветҡа төшөп китеп, аунаған. Һөҙөмтәлә водитель аврияла алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған, 22 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Һәләк булған егеттең водитель танытмаһын булмаған.

Благовар районында шулай уҡ үлемесле авария булған. Унда «Man» йөкмашинаһы менән «Chevrolet Lacetti» ҡапма-ҡаршы бәрелешкән. Авария бөгөн иртән М5 “Урал” автоюлының 1379-сы саҡрымында булған. Еңел автобилдең 70 йәшлек водителе медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән.

“Хөрмәтле дуҫтар, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Тиҙлек режимын һаҡлағыҙ. Айныҡ булмаған килеш руль артына ултырмағыҙ”, – тип мөрәжәғәт итә республика ЮХХДИ начальнигы Владимир Севастьянов.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас