Ваҡиғалар
28 Июнь 2022, 10:20

Райондашыбыҙ янғында һәләк булған

Ейәнсура районының Мәзит ауылында янғында ир кеше һәләк булған

Райондашыбыҙ янғында һәләк булғанРайондашыбыҙ янғында һәләк булған
Райондашыбыҙ янғында һәләк булған

Бөгөн төндә Система-112 үҙәгенә Ейәнсура районының Мәзит ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр. Ваҡиға урынына 77-се янғын часы, Муйнаҡ һәм Абзан ауыл биләмәләренең ирекле янғын һүндереү командалары хеҙмәткәрҙәре барған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йорт хужаһы алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Янғын сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

Был хаҡта МР хакимиәтенең социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының янғынға ҡаршы инструкторы А. Муллаҡаев хәбәр итте.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас