

Республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, туҡмалған һәм кәмһетелгән ҡыҙ үҙен йәберләүселәргә дәғүә белдереүҙән баш тартҡан, тип яҙа “Башинформ”. Шул уҡ ваҡытта полиция хеҙмәткәрҙәре был ваҡиға буйынса башланған тикшереүҙе дауам итә.
Быға тиклем киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, Өфөлә Октябрь проспектында ике ҡатын ярым яланғас ҡыҙҙы ныҡ ҡына туҡмап, уның әйберҙәрен сүп-сар контейнерына ташлаған. Шул уҡ ваҡытта үҙҙәре был хәлде кеҫә телефонына төшөргән. Ҡыҙ тирә-йүндәге кешеләрҙән ярҙам һораған, машина туҡтатып, ултырып китергә маташҡан. Уға ике ир ярҙам итмәксе булған, тик йберләүселәр быны эшләргә бирмәгән. Һуңғараҡ ҡыҙҙы полиция хеҙмәткәрҙәре алып киткән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бынан алда таныш ҡатын-ҡыҙҙар араһында конфликт сыҡҡан.
Фото:группа БашДТП, Telegram / "Башинформ"