Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
2 Июль 2022, 16:05

Призывниктарҙы алып барған автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә бер кеше һәләк булған

Бер юлы өс машина бәреләшкән

Призывниктарҙы алып барған автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә бер кеше һәләк булған
Призывниктарҙы алып барған автобус ҡатнашлығындағы юл фажиғәһендә бер кеше һәләк булған

Бөгөн, 2 июлдә, Благовещен районында өс автомобиль бәрелешкән, һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған, тип яҙа Newsbash.ru Башҡортостан ЮХХДИ-һына һылтанма менән.

Иртәнге сәғәт 7.30 тирәһендә Өфө – Яңауыл трассаһының 69-сы саҡрымында Mitsubishi Pajero, Daewoo Nexia һәм «Газель» бәреләшкән. Daewoo Nexia водителе алынған йәрәхәттәрҙән вафат булған. Ике пассажирға медицина ярҙамы талап ителгән.

Тәртип һаҡлау органдарындағы сығанаҡ мәғлүмәттәре буйынса “Газель” автомобиле салонында 15-ләп призывник булған, улар Өфөгә йыйыу пунктына китеп барған. Егеттәрҙең өсәүһе йәрәхәтләнгән.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас: