

Бәләбәй районында 5 июль кисендә Йәрмәкәй районынан полиция хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған, тип хәбәр итә “Башинформ”. Ангентлыҡтың сығанағы хәбәр итеүенсә, трактор менән идара итеүсе водитель Бәләбәй – Йәрмәкәй – Приют юлынан китеп барған. Һулға боролғанда уны уҙып барған «Лада Гранта» менән бәрелешкән.
Аварияла ике ҡатын-ҡыҙ полицейский зыян күргән. Уларҙы уртаса һәм еңелсә йәрәхәттәр менән урындағы дауаханаға алып барғандар.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә лә ваҡиғаны раҫлағандар:
«Вчера в Белебеевском районе произошло ДТП с участием служебного автомобиля. Столкнулись трактор и «Лада Гранта». Предварительно установлено, что водитель трактора при совершении поворота не убедился в безопасности своего манёвра. В отечественном автомобиле находились трое сотрудников полиции. В результате ДТП двое из них пострадали, им оказана медицинская помощь. В настоящее время проводится проверка», - тип хәбәр иткәндәр Эске эштәр министрлығынан “Башинформ”ға.
Фото:Ксения Калинина / "Башинформ".