+28 °С
Болотло


Кисә, Татарстанда пассажирҙар теплоходы батҡан. Унда 34 кеше булған, тип хәбәр итте “Башинформ”. Һәләкәт Волга йылғаһында Аркачино янында булған. Бәхеткә күрә, пассажирҙарҙан бер кем дә зыян күрмәгән – уларҙы катерҙар һәм кәмәләр менән ярға сығарғандар.
Тап 11 йыл элек, 2011 йылдың 10 июлендә Волгала “Булгария” теплохды һыу төбөнә киткәйне. Ул фажиғәлә 122 кеше, шул иҫәптән 28 бала һәләк булды.