Ваҡиғалар
11 Июль 2022, 07:40

Юл фажиғәһендә мотоциклист һәләк булған

Lada XRAY автомобиле менән мотоцикл бәрелешкән

Юл фажиғәһендә мотоциклист һәләк булғанЮл фажиғәһендә мотоциклист һәләк булған
Юл фажиғәһендә мотоциклист һәләк булған

Благовар районында юл-транспорт ваҡиғаһында мотоциклист һәләк булған. Был хаҡта БР буйынса ЮХХДИ-ла хәбәр иттеләр.

Ведомство белдереүенсә, М-5 «Урал» федераль трассаһында 25 йәшлек ҡыҙ идара иткән Lada XRAY автомобиле менән 29 йәшлек ир кеше йөрөткән мотоцикл бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә мотоцикл водителе ашығыс ярҙам килеп еткәнсе вафат булған. Хәҙер был ваҡиға буйынса тикшереү үткәрелә.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас