

“Башинформ” хәбәр итеүенсә, 12 июлдә ДПС, айныҡлығына шикләнеп, ВАЗ-2108 руле артындағы водителде туҡтатҡан. Водитель медицина тикшереүенән баш тартҡан. Инспекторҙар уны автомобилгә идара итеүҙән ситләштергәс, ул багажниктан канистра сығарып, инспекторҙарҙың береһенә бензин һипкән һәм ут төрткән. Һөҙөмтәлә полиция хеҙмәткәренең ҡулы янған.
Водителгә тәртип һаҡлау хеҙмәткәренә һөжүм итеү факты буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан, тип хәбәр итте Рәсәй Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.