Ваҡиғалар
21 Июль 2022, 04:45

Патруль машинаһының быялаһын ярғандар

Полицейскийҙар менән һуғышҡандар

Патруль машинаһының быялаһын ярғандарПатруль машинаһының быялаһын ярғандар
Патруль машинаһының быялаһын ярғандар

Бүздәк районы прокуратураһы урындғы ике ир кешегә ҡарата “власть вәкиленә ҡарта көс ҡулланыу” һәм “власть вәкилдәрен халыҡ алдында мыҫҡыл итеү” статьялары буйынса ғәйепләү ҡарарын раҫланы, тип яҙа “Башинформ”.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, быйыл май айында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһы урыны ҡалдырып киткән Бүздәк ауылы кешеһен тотҡан. Уның ике дуҫы протокол төҙөргә юл ҡуймаҫ өсөн патруль автомобиленең алғы быялаһын ярған, полицейскийҙар менән һуғышҡан. Тәртип һаҡсылары уларҙы туҡтатҡан

Ғәйепләнеүселәр үҙҙәренең ғәйебен тулыһынса таныған. Енәйәт эше судҡа ебәрелгән.

Фото: Ксения Калинина / "Башинформ".

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас