Ваҡиғалар
26 Июль 2022, 06:45

Алты кеше һәләк булған авария тураһында нимәләр билдәле

Кисә, 25 июлдә, Благовар районында аварияла автобуста Өфөгә китеп барған алты пассажир һәләк булды, 17 кеше йәрәхәтләнде

Алты кеше һәләк булған авария тураһында нимәләр билдәлеАлты кеше һәләк булған авария тураһында нимәләр билдәле
Алты кеше һәләк булған авария тураһында нимәләр билдәле

Языков ауылынан маршрут автобусы көндөҙгө сәғәт 11 тирәһендә ҡуҙғала. Пассажирҙар сәғәт 13.00 тирәһендә “Өфө” универмагына барып етергә тейеш була. Әммә М-5 трассаһының 1413-сө саҡрымында ҡапыл автобус “маңлай”ы менән бәрелә.

Һуңғараҡ 27 йәшлек водитель тәфтишселәргә яй ғына китеп барған юл хеҙмәте “КамАЗ”ын күрмәүе тураһында әйтә. Был участкала уң яҡтағы иң ситттәге һыҙатта эшселәр разметканы яңыртыу менән шөғөллөнгән.

Күп һанлы ҡорбандар килтергән авария тураһында тәүге хәбәрҙәрҙе дежур хеҙмәттәр сәғәт 11 тирәһендә ала. Ауыр йәрәхәтләнеүселәрҙе Өфөгә оҙатыу талап ителә – санавиация саҡыртырға тура килә. Шулай уҡ зыян күреүселәрҙе Языков ауылы һәм Шишмә ҡасабаһы дауаханаларына ла алып баралар. Улар араһында ике бала ла була.

“Унда “һуҡыр” зоналар юҡ, тура һәм тигеҙ юл, унан тыш, ДТП булған урында 100 м тирәһе алыҫлыҡта радар ҡуйылған. Нимә булған, ни өсөн водитель аварияға юл ҡуйған, тәфтишселәр асыҡлай. Автобус салонынан регистратор алында, уны ябай ысул менән “уҡып” булманы, лабораторияға ебәрелде”, – тип һөйләгән Благовар район хакимиәте башлығы Марат Йосопов “Башинформ” хәбәрсеһенә.

Республика ЮХХДИ-һының элекке етәксеһе, хәҙер Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов аварияның сәбәбен фаразлаған. “Йәйен һауа температураһы юғары булыуы отпускылар осоронда юлдарҙа хәрәкәт күплегенә тап килгәндә элек тә ауыр эҙемтәләргә килтергән авариялар булды. Йәйге эҫе водителдәрҙең физиологик торошона йоғонто яһайҙыр тип иҫәпләйем”, – тине ул.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә бер бәләкәй район өсөн шул тиклем ҡорбан – бик күп, тип белдерҙе. Ул район башлығына бөтә ойоштороу эштәрен контролгә алырға ҡушты.

Автобус “Уфалайн” компанияһыныҡы. Языков менән Өфө араһында пассажирҙар йөрөтөүгә тендерҙы ул отҡан. 27 йәшлек водителгә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәҙерге ваҡытта ул Өфө дауаханаһында. Әгәр ғәйбе иҫбатланһа, уға ете йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Фото: пресс-служба УГИБДД МВД по РБ

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас