Ваҡиғалар
26 Июль 2022, 11:35

Атай кеше дүрт йәшлек улы менән карьерҙа батҡан

Ҡотҡарыусылар һыуҙағы фажиғә тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирҙе

Атай кеше дүрт йәшлек улы менән карьерҙа батҡанАтай кеше дүрт йәшлек улы менән карьерҙа батҡан
Атай кеше дүрт йәшлек улы менән карьерҙа батҡан

Кисә киң мәғлүмәт саралары Мәләүез районында Иштуған ауылында карьер ярында ял иткәндә дүрт йәшлек улы менән атаһы һыуға батыуы тураһында хәбәр иткәйне.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, 37 йәшлек ир кеше үҙенең дуҫтары менән ярҙа алкоголле эсемлектәр эскән, тип яҙа “Башинформ”. Башта экстрен хеҙмәттәргә бала батыуы тураһында хәбәр иткәндәр.

“Бала нисек һыуға төшөүе һәм бәхетһеҙ осраҡтың сәбәбе нимә булыу билдәһеҙ, әммә шуныһы яҡшы аңлашыла, малай өлкәндәрҙең иғтибарынан ситтә ҡалған. Ҡотҡарыусылар урынға килгәс, һыуҙа атайҙың да кәүҙәһен тапҡан”, – тип хәбәр иткәндәр ведомствола.

“Һыу инеү өсөн йыһазландырылған пляждарҙы ғына һайлағыҙ, эскән килеш һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа йөҙөп китмәгеҙ һәм, иң мөһиме, балаларығыҙҙы бер генә минутҡа ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ!” – тип мөрәжәғәт итә ҡотҡарыусылар.

Фото:госкомитет РБ по ЧС

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас