Ваҡиғалар
1 Августа 2022, 05:50

Бесәнгә киткән ир машинаһында янған

Был хәл күрше районда булған

Бесәнгә киткән ир машинаһында янғанБесәнгә киткән ир машинаһында янған
Бесәнгә киткән ир машинаһында янған

Кисә кис Күгәрсен районының Ерекле ауылы янында янып киткән «Рено Логан» автомобилен күргәндәр. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.

Урындағы кешеләр автомобилде һүндергәндәр. Утҡа ҡаршы көрәш барышында улар автомобиль хужаһының – 1957 йылғы ир кешенең кәүҙәһен тапҡандар. Туғандары әйтеүенсә, ул бесән эшләргә киткән булған. Хәл сәбәптәре асыҡлана.

Фото:пресс-служба госкомитета РБ по ЧС

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас