+16 °С
Болотло
Учалы районында күршеһендә йәшәгән 82 йәшлек ҡатынды үлтергән һәм өйөнә ут төрткән ир ҡулға алынды , тип хәбәр итте Башҡортостан ДТРК-һы
Тәфтишселәр фаразлауынса, был күршеләр араһында конфликттар быға тиклем дә булған. Был юлы 25 йәшлек ауыл кешеһе пенсионерканы уның яратҡан көсөгөн урлауҙа ғәйепләгән. Төн уртаһында уның өйөнә килеп, юғалған көсөгө тураһында һораша башлаған һәм яуап ала алмағас, бысаҡҡа тотонған. Алынған йәрәхәттәрҙән пенсионерка вафат булған. Енәйәт эҙҙәрен юйыр өсөн ир уның өйөн яндырған.
Енәйтәсе үҙенең был эше тураһында белдерергә йыйнмаған. Әммә тәртип һаҡсылары уны икенсе көнөнә үк ҡулға алған.