

Өфө – Ырымбур трассаһының 19-сы саҡрымында биш машина ҡатнашлығында юл-траспорт ваҡиғаһы булған, тип хәбәр итә “Бшинформ”, баш ҡаланың дәүләт автоинсекцияһы мәғлүмәттәренә таянып.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Volvo FM автомобиле водителе Локотки ауылына ҡарай хәрәкәт итеп, «Лада Гранта»ға бәрелгән, уныһы, үҙ сиратында, ГАЗ-3302 йөк автомобиленә барып төкөгән, ГАЗ-3302 иһә икенсе “Лада Гранта”ны бәргән. Бер-береһенә бәрелеүҙәр светофорҙың ҡыҙыл сигналына туҡтаған Citroen C3 автомобиле менән тамамланған.
Авария һөҙмтәһендә “Лада Гранта” водителе зыян күргән.
Фото: ГИБДД Уфы