

Сибайҙа йәшәүсе ир менән ҡатынды 11 йәшлек баланы үлтереүҙә ғәйепләнеләр. Был хаҡта Башҡортостан прокуратураһына һылтанып, “Йәшлек” хәбәр итте.
Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, енәйәт 2001 йылда ҡылынған. Ул ваҡытта малайҙың әсәһе ир менән йәшәгән. Тегеһе уның балаһын яратмаған һәм ҡатынға үҙ улын үлтерергә тәҡдим иткән. Малай уларға мөнәсәбәттәр ҡорорға ҡамасаулай, тип раҫлаған ул.
21 июлдә ҡатын улын урманға алып килә һәм уны халатының билбауы менән быуып үлтерә, һуңынан мәйетте Хәсән һәм Күлтабан ауылдары араһындағы аулаҡ урында йәшерә. Аяҡ кейеме һәм велосипедын ташлай, халат билбауын мунсала яндыра. Күп йылдар үткәс, 2017 йылда урында йәшәүсе малайҙың һөлдәһенә юлыҡҡан.
Былтыр тәфтишселәр үлтерелгән баланың туғандарынан тағы ла бер тапҡыр һорау ала. Һөҙөмтәлә ҡатын үҙ ғәйебен таный һәм баланы ире үлтерергә ҡушыуын һөйләй. Ир иһә ғәйебен танымаған.
Енәйәт эше Баймаҡ район судында ҡараласаҡ.