+24 °С
Дождь


Авария Арслан-Әмекәс ауылында көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә булған. Мәғлүмәттәр буйынса, урындағы 61 йәшлек ир кеше ВАЗ 2111 автомобилендә идара итеп уның түңкәрелеүенә һәм ҡоймаға барып бәрелеүенә юл ҡуйған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 57 йәшлек пассажирка, водителдең ҡатыны, ашығыс ярҙам килеп еткәнсе вафат булған, тип хәбәр итә “Башинформ”.