

25 августа иртән Илеш районы Ҡәҙер ауылында 95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны үле килеш табылған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығы хәбәр итте. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, уны социаль хеҙмәткәр тапҡан һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙы саҡыртҡан. Оло йәштәге ирҙе бысаҡ менән сәнсеп үлтергәндәр, тип белдергән агентлыҡтың үҙ сығанағы.
Һуғыш ветераны районда бик хөрмәтле кеше булған, оҙаҡ йылдар урындағы мәктәптә эшләгән.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтендә был мәғлүмәтте раҫлаған.
«Илеш районы прокуроры Салауат Шәмсетдинов енәйәт урынында», — тип хәбәр иткән күҙәтеү ведомствоһы вәкиле Регина Батталова.