Ваҡиғалар
25 Август 2022, 13:35

Башҡортостанда йылғала снарядтар табылған

Росгвардия хеҙмәткәрҙәре йылғала табылған снарядтарҙы тикшергән

Башҡортостанда йылғала снарядтар табылғанБашҡортостанда йылғала снарядтар табылған
Башҡортостанда йылғала снарядтар табылған

Росгвардияның республика буйынса идаралығына Иглин районында Сим йылғаһы аша күперҙе ремонтлағанда бер эшсе шикле предмет табыуы тураһында хәбәр иткәндәр.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, йылға төбөн тикшергәс, унда 152 мм ике артиллерия снаряды табылған. Минаһыҙландырыу төркөмө хеҙмәткәрҙәре был снарядтар шартларға ихтимал булыуын, әммә тейешле хәүефһеҙлек сарала күрелгәндә икенсе урынға күсерергә һәм һаҡларға мөмкин булыуын асыҡлаған.

Хәүефле табыш артабан тикшереү үткәреү өсөн тәфтиш-оператив төркөмөнә тапшырылған.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас