

Пермь крайында бер аҙнаға яҡын эҙләгән Башҡортостандә йәшәүсе ҡатын менән ҡыҙын үле килеш тапҡандар. Был хаҡта Ирина Буханова исемендәге эҙәрмәндәр отряды социаль селтәрҙә хәбәр итте, тип яҙа “Башинформ”.
«КП-Пермь» һәләк булыусыларҙың туғандарына һылтанма менән хәбәр итеүенсә, уларҙы үлтергәндәр, кәүҙәләрен ниндәйҙер ҡасабала тапҡандар.
Быға тиклем “Башинформ” Ишембайҙан 45 йәшлек ҡатын 5 йәшлек ҡыҙы менән Пермдә ҡунаҡта булыуы, 17 августан 18-енә ҡарай төндә улар Ветлужский урамында ҡунаҡтан сығып китеүҙәре һәм юғалыуҙары тураһында хәбәр иткәйне.
Хәҙер ҡатындың һәм баланың һәләк булыу сәбәптәрен һәм шарттарын асыҡлау менән тәртип һаҡлау органдары шөғөлләнә.