

Илеш районында Дүртөйлө — Груздевка автоюлының 38-се саҡрымында Дүртөйлө районынан 36 йәшлек ир кеше «Богдан» автомобилендә хәүефле боролошта юлдан төшөп киткән һәм түңкәрелгән.
Юл-транспорт ваҡиғаһында 32 йәшлек пассажирка медицина ярҙамы килеп еткәнсе вафат булған. Водитель үҙе төрлө йәрәхәттәр алған. Ул спиртлы эсемлек эскән булған, прибор 0,772 мг/л алкоголь күрһәткән. Шулай уҡ водитель һәм пассажирка ҡайыштарын эләктермәүе билдәле.
Быйыл һигһеҙ айҙа иҫерек водителдәр ғәйебе менән 195 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, уларҙа 55 кеше һәләк булған, 234 кеше йәрәхәтләнгән.
Фото: скрин видео.