

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 14 сентябрҙә көндөҙ Туймазыла таҡтанан эшләнгән баҡса өйөндә янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәндәр.
Ведомствоның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына Рәсәй МЧС-ы дознавателе барған һәм 3х4 м ҙурлыҡтағы аласыҡ яныуын билдәләгән, шулай уҡ 36 йәшлек ир кешенең кәүҙәһен тапҡан.
Был янғынға ут һүндереүселәр саҡыртылмаған, хәбәр итеүселәр булмаған. Хәҙер янғын сәбәбе асыҡлана.