

Төнгө сәғәт икенселә, 26 йәшлек Өфө егете BMW X3 автомобилендә С. Агиш урамынан С. Юлаев проспектына күскән күперҙә ҡаршыһына килгән Toyota Corolla һәм Hyundai Solaris машиналарына бәрелә. Бәрелгәндән һуң BMW тимер сикләгестәрҙе емереп, күперҙән проспектҡа килеп төшә.
Бындай ҡаты бәрелеш насар тамамлана. BMW водителе һәм Hyundai машинаһында ултырған пассажир ваҡиға урынында һәләк була. Уның Тәтешле районынан 20 йәшлек егет булыуы асыҡлана. Ошо уҡ машинала ултырған 34 йәшлек водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Әле был аварияның сәбәптәрен тикшереү башланған. Видеояҙмаларҙан күренеүенсә, BMW-ның тиҙлеге ҙур булған.
Фото: ЮХХДИ.