Ваҡиғалар
19 Сентябрь 2022, 13:40

Ҡораллы ирҙәр кеше урлаған

Көйөргәҙелә кеше урлаусылар тотолған

Ҡораллы ирҙәр кеше урлағанҠораллы ирҙәр кеше урлаған
Ҡораллы ирҙәр кеше урлаған

Август аҙағында күрше ауылдарҙан ике ирҙәр компанияһы үҙ-ара һүҙгә килешә. Низағ Көйөргәҙе районының Яҡшымбәт ауылындағы клуб эргәһендәге һуғыш менән тамамлана. “Башҡортостан” хәбәр итеүенсә, бәхәстә ҡатнашыусылар бер-береһенә үс тота.

Енәйәтсе үҙе эҙләгән 35 йәшлек ирҙең ҡайҙа йәшәүен белгәс, дуҫтарын саҡырған. Кискеһен ике танышы менән Яҡшымбәт ауылындағы йортҡа барып ингән. Улар йорт хужаһына өс тапҡыр травматик ҡоралдан атҡан, һуңынан уны автомобиль багажнигына һалып, билдәһеҙ йүнәлештә алып киткәндәр. БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был хәл зыян күреүсе ирҙең апаһының күҙ алдында булған. Ул барыһы тураһында ла полицияға хәбәр иткән һәм урлаусыларҙың автомобилен һүрәтләп биргән.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ундай автомобилдең ҡайҙалығын асыҡлаған һәм уны Молокан ауылы янында туҡтатҡан. Салонда өс егет булған. Шулай уҡ арттан килгән автомобиль дә туҡтатылған. Унда тағы ике ир ултырған. Улар ҡулға алған ваҡытта ҡаршылыҡ күрһәткән. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре уларға ҡарата физик көс һәм махсус саралар – ҡул бығауҙары файҙаланырға мәжбүр булған.

Беренсе машина багажнигында полиция хеҙмәткәрҙәре урланған 35 йәшлек ирҙе тапҡан. Икенсе автомобилдең багажнигында был ирҙең травматик пистолеттан атыуҙан йәрәхәтләнгән 21 йәшлек танышы булған. Һөжүм итеүселәрҙе - 24-25 йәшлек егеттәрҙе ҡулға алғандар. Уларҙан өс травматик пистолет, монтировкалар, тимер торбалар, ағас таяҡтар тартып алынған.

Асыҡланыуынса, енәйәтселәр мөнәсәбәт асыҡлар өсөн үҙҙәренең был күптәнге таныштарын аулаҡ урынға алып сығырға маташҡан. Кеше урлаусыларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Фото: crimea-news.com

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас