Ваҡиғалар
23 Сентябрь 2022, 12:10

1,8 млн һум кредит алған да “бүләк иткән”

Башҡортостанда йәшәүселәр бер тәүлектә 2,5 млн һум аҡсаһын мутлашыусыларға биргән

1,8 млн һум кредит алған да “бүләк иткән”1,8 млн һум кредит алған да “бүләк иткән”
1,8 млн һум кредит алған да “бүләк иткән”

Һуңғы тәүлектә республикала мутлашыу факттары буйынса 4 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Республикала йәшәүселәр бөтәһе 2,5 млн һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, тип яҙа “Башинформ” БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән.

Октябрьскийҙа йәшәүсе 44 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ номерҙан “банк хеҙмәткәре” шылтыратып, уның шәхси кабинетына үтеп инергә маташыуҙары һәм шуның өсөн кредит алып, бөтә аҡсаны ул күрһәткән иҫәпкә күсерергә кәрәклеге тураһында хәбәр иткән. Ҡатын 1,8 млн һумлыҡ кредит юллаған һәм аҡсаһыҙ ҡалған.

Икенсе осраҡ Өфөнән 45 йәшлек ҡатын менән булған. Уға үҙен инвестициялар менән шөғөлләнгән ҙур компанияның вәкиле тип таныштырған кеше шылтыратҡан һәм пассив килем алыу өсөн “комания”ға аҡса күсерегә тәҡдим иткән. Ҡатын шунда уҡ кредит 510 мең һумлыҡ юллаған һәм асаһын күрһәтелгән иҫәпкә күсергән. Һөҙөмтәлә аҡсаһыҙ ҙа, килемһеҙ ҙә ҡалған.

Фото: Валерий Шахов / “Башинформ”.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас