

Ямғырлы һәм һалҡын көҙ көндәре тороуына ҡарамаҫтан, Йылайыр районыныда кисә көндөҙ урман янғыны булған.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығының республика буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, ут Йылайыр ауылынан 6 км алыҫлыҡта сыҡҡан. Һүндереүгә 24 кеше һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән. Янғын сәғәт 19.30-ҙа һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ.
Башҡортостанда янҡындарға ҡаршы махсус режим 1 октябрҙән ғәмәлдән сығарылғайны.
Фото: МЧС-тың БР буйынса баш идаралығы