Ваҡиғалар
12 Октябрь 2022, 11:10

13 йәшлек ҡыҙ ҡустыларын һәм һылыуҙарын ҡотҡарған

Туғыҙ балалы ғаилә йәшәгән йортта янғын сыҡҡан

13 йәшлек ҡыҙ ҡустыларын һәм һылыуҙарын ҡотҡарған13 йәшлек ҡыҙ ҡустыларын һәм һылыуҙарын ҡотҡарған
13 йәшлек ҡыҙ ҡустыларын һәм һылыуҙарын ҡотҡарған

Стәрлетамаҡтың Шахтау биҫтәһендә 13 йәшлек ҡыҙ үҙенең дүрт кесе туғандарын янған өйҙән сығарған.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса бер ҡатлы йортта янғын бөгөн көндөҙ булған. Унда әсәйҙәре менән 9 бала йәшәгән. Хәҙер ике бала дауаханаға һалынған. Һәләк булыусылар юҡ.

“Янғын сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана, Рәсәй МЧС-ының янғын лабораторияһы эксперты һәм тәүтикшереүсеһе эшләй. Балалрҙы урынлаштырыу мәсьәләһе ҡарала”, – тип белдерҙеләр ведомствола.

Автор:Юлай Мурзабаев
Читайте нас